САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2020, 14:15

«Стопкоронавирус» акцияһына ҡушылып

Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһенә ҡараған Митрәй-Әйүп ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Резида Ниғмәнова, Рәмзиә Ғәйнанова, Сания Хәбибуллина үҙҙәре тегеп, ауылдаштарына күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр таратты.

Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһенә ҡараған Митрәй-Әйүп ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Резида Ниғмәнова, Рәмзиә Ғәйнанова, Сания Хәбибуллина үҙҙәре тегеп, ауылдаштарына күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр таратты. Был маскаларҙы улар тәү сиратта күп балалы, өлкән йәштәге һәм урамға сығып йөрөү мөмкинлеге сикле булған һәм шулай уҡ үҙизоляцияла була алмайынса, эш урындарында ғәҙәти хеҙмәттәрен башҡарған яҡташтарына тапшырҙылар. Был гүзәл заттар маскаларҙы үҙҙәренең йорттарында булған туҡымаларҙан тегеп, бушлай тараттылар. Ошо еңел булмаған ваҡытта был изгелекле йөрәкле ханымдар һәр кешегә үрнәк булып, үҙең тураһында ғына түгел, ярҙамға мохтаж булыусылар тураһында ла хәҫтәрлек күрергә кәрәклеген үҙ өлгөләрендә аңлаттылар.
Читайте нас: