САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 16:20

Еңел булмаған осорҙа – дәүләт ярҙамы

Район мәктәптәрендә Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров күрһәтмәһе буйынса уҡыусыларға аҙык-түлек йыйылмалары тапшырыла

6 апрельдән башлап Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғәиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған уҡыусыларға аҙык-түлек йыйылмалары тапшырыла башлады. Әҙ тәьмин ителгән ғәиләләр өсөн тәғәйенләнгән йыйылмаларҙың хаҡы 225 һум, инвалид балалар һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар өсөн пакеттарҙыҡы 500 һум тәшкил итә. Бындай йыйылмаларға оҙак ваҡыт һаҡлана торған продукттар индерелгән. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған ғаҙәттән тыш хәлгә бәйле, улар Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров күрһәтмәһе буйынса дистанцион уҡытыу дауам иткән осорҙа әҙерләнәсәк.
Тәүге аҙнала Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә 211 аҙык-түлек йыйылмалары тапшырылды, тип хәбәр итте беҙгә мәктәптең социаль педагогы Регина Шәфиҡова.
Читайте нас: