6 апрельдән башлап Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғәиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған уҡыусыларға аҙык-түлек йыйылмалары тапшырыла башлады. Әҙ тәьмин ителгән ғәиләләр өсөн тәғәйенләнгән йыйылмаларҙың хаҡы 225 һум, инвалид балалар һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар өсөн пакеттарҙыҡы 500 һум тәшкил итә. Бындай йыйылмаларға оҙак ваҡыт һаҡлана торған продукттар индерелгән. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған ғаҙәттән тыш хәлгә бәйле, улар Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров күрһәтмәһе буйынса дистанцион уҡытыу дауам иткән осорҙа әҙерләнәсәк.