САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 14:25

Яҙғы ташҡын яҡынлаша

Фараҙға ярашлы, Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелеүҙең иң кискен күренештәре апрель айының өсөнсө аҙнаһында – 17-нән 26–һына ҡәҙәр ваҡыт арауығында күҙәтеләсәк.

Фараҙға ярашлы, Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелеүҙең иң кискен күренештәре апрель айының өсөнсө аҙнаһында – 17-нән 26–һына ҡәҙәр ваҡыт арауығында күҙәтеләсәк. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 6-10 көнгә иртәрәк.
Өфө районында Ағиҙел йылғаһы һыуҙарының иң юғары күтерелеү кимәле 700-800 см., Шакша йылғаһыныҡы 750-850 см. тирәһе булыр тип көтөлә. Был һандар ҡар запасын иҫәпкә алып һәм һауа торошон фараҙлау нигеҙендә китерелә.
Әлеге ваҡытта республика һыулыҡтарында боҙ ҡатламы иреп, өҫлөгө ватыла. Ҡайһы бер йылғаларҙа боҙ китә башлаған. Кесе йылғалар булып иҫәпләнгән Өҫән, Базы, Мәләүеҙ, Өршәк, Етеҙ Танып, Сәләүектә боҙ 30 март тирәһендә китте. Уларҙа һыу кимәле тәүлегенә 1 сантиметрҙан 67 сантиметрғаса арта тора. Дөйөм күтәрелеш 13-91 сантиметр тәшкил итә, әлегә йылғалар ярҙарынан сыҡмаған.
Тау йылғалары Сим һәм Инйәр боҙҙан 1 апрельгә арынды, Әй йылғаһында ул яй куҙғала.
6 апрельгә Башҡортостандың төп йылғалары үҙ ярҙарынан сыҡмаған. Яҙғы ташкын кимәленә апрель айындағы яуым-төшөм һәм көндеҙгө-төнгө һауа температураһы айырмалыҡтары йоғонто яһаясаҡ, шуға ла һөҙөмтәлә һыу кимәле билдәләнгән фараҙға тура килмәҫкә лә мөмкин.
Читайте нас: