САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 11:35

Ижади конкурс иғлан ителә

Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән «Йәйләүҙә» Асыҡ шиғри ижад бәйгеһе йыл буйына дауам итәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы «Йәйләүҙә» тип исемләнгән Асыҡ шиғри ижад конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән был бәйге йыл буйына дауам итәсәк.
Унда һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының “Бәйләнештә” (“ВКонтакте” ) селтәрендәге төркөмөнә үҙегеҙ ижад иткән бер шиғырҙы ебәрергә кәрәк була. Һәр кеше таныша һәм тауыш бирә алһын өсөн, бөтә шиғырҙар да асыҡ буласаҡ. Һәр айҙын үз темаһы билдәләнгән.
Апрель – “Башҡорт теле – әсәм теле”,
Май – “Башҡорт теле – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр теле”,
Июнь – “Башҡорт теле – халыҡ теле”,
Июль – “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле”,
Август – “Башҡорт теле – юлдаш тел”,
Сентябрь – “Башҡорт теле – ижад теле”,
Октябрь – “Башҡорт теле – тарих теле”,
Ноябрь – “Башҡорт теле – моңдар теле”,
Декабрь – “Башҡорт теле – халыҡ рухы”.
Шиғырҙар ошо темалар буйынса ҡабул ителә.
Бәйгене Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ойоштора.
Читайте нас: