САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 16:24

Хәйриә марафоны

Ағымдағы йылдың февралендә «Изгелек» хәйриә фонды яңы проект – «Хәйер» хәйриә марафонын башлап ебәрҙе. Ул ҡартлыҡ буйынса минималь пенсия алыусы өлкән йәштәге янғыҙ граждандарға, туғандары булмаған өлкән йәштәге инвалидтарға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Уларға оҙаҡ ваҡыт һаҡланыусы аҙыҡ-түлек йыйылмалары бирелә.
Ошо көндәрҙә социаль хеҙмәткәрҙәр райондың ярҙамға мохтаж өлкән йәштәге кешеләренә сираттағы аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратты.
Коронавирус янаған әлеге ваҡытта өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе кибеткә барырға ла ҡурҡа. Маска, медицина перчаткалары кейгән хеҙмәткәрҙәр шундайҙарға ярҙамға ашыҡты.
Йыйылманың яҡынса хаҡы – мең һумға яҡын. Уға йортта һәр ваҡыт кәрәкле ашамлыҡтар – ярма, тушенка, көнбағыш майы, туҡмас, шәкәр, печенье һәм сәй инә. Өлкәндәр үҙҙәренә ҡарата бындай иғтибарға һәм күстәнәскә бик рәхмәтлеләр.
Читайте нас: