САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 18:15

Техника паркы яңыртыла

Башҡортостан урман янғындары сезонына әҙер

Башҡортостанда “Экология” дөйөм дәүләт проекты урман янғындарын һүндереү һәм урман үҫентеләрен тәрбиәләү өсөн техникаһы яңыртыла.
–“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ҡыҫаларында 2020 йылда урман янғындарын һүндереү, урман хужалығы техникаһын һәм йыһазҙарын һатып алыу өсөн 77,1 млн. һум аҡса бүлеү ҡаралған, – тип билгеләй республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Уның 40,4 млн. һумы – янғын һүндереү техникаһын алыуға, 36,7 млн. һумы урман хужалығы техникаһын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.
Март айында аукциондар үткәрелеп 68,9 млн. һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлгән. Улар нигеҙендә 14 берәмек урман хужалығы, 8 берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм 2 дәнә йыһаз (тралдар) һатып алына.
27 мартҡа ике дәүләт конракты буйынса көпсәкле 14 “Беларус-82,1” һәм “Беларус-1221” тракторҙары алынған. Башҡортостандың “Урман янғындары үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы өсөн ике контракт буйынса ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ-6430С9” автомашинаһы ҡайтарылған.
–Урман хужалығы министрлығына ҡараған ведомство учреждениелары урмандарҙы тергеҙеү һәм үрсетеү эшсәнлеген алып барыу өсөн яңы махсуслаштырылған техника менән тәьмин ителә, – тип билгеләне урман хужалығы етәксеһе. – Махсуслашҡан учреждениеларны янғын һүндереү техникаһы һәм йыһазҙары менән тәьмин итеү республика урмандарын янғындарҙан һаҡлау буйынса саралар комплексын үтәү өсөн башҡарыла.
Марат Шәрәфетдинов аҫһыҙыклауынса, урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау хеҙмәтенең янғын башланған урындарға тиҙ арала барып етеүе өсөн барлыҡ шарттар булдырыла, махсус техниканы һөҙөмтәле файҙаланырға һәм янғындарҙы мөмкин ҡәҙәр тиҙ арала уларҙы һүндерергә генә ҡала. “Быйыл беҙҙең алда республика Урман янғындары үҙәген махсус техника менән 91,7%ҡа (былтыр 86,5% булган) тәьмин итергә һәм янғындарҙан күрелгән зыянды мөмкин кәҙәр киметеү бурысы тора”, – тине министрлыҡ етәксеһе.
Рәсәй урман хужалығы тарафынан үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса республика Урман хужалығы министрлығы 2020 йылдың янғын хәүефе көслө булған сезонына тулыһынса әҙер. Тикшереү ағымдағы йылдың 13 мартында тамамланған.
Читайте нас: