САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 18:33

Хөрмәткә лайыҡ

Иҫке Туҡмаҡлы ауыл биләмәһенең Яңы Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе хеҙмәт һәм тыл ветераны Асия Шәмсетдинова 95 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллиндан Ҡотлау хаттары ҡабул итте. Юбилярҙы Иҫке Туҡмаҡлы ауыл биләмәһе башлығы Рәлиф Исмәғилев та ихлас тәбрикләне.
Асия әбейҙең әсәһе яғынан оҙон ғүмерлеләр ҙә бар. Сафия апаһы йөҙгә ҡәҙәр, һеңлеһе Фатима әбей 87гә ҡәҙәр еткән. Юбиляр үҙенең оҙон ғүмерле булыуын ныҡлы һәм татыу ғаиләһе булыуҙан күрә.
Тантана сәбәпсеһе хөрмәтенә янғыраған бөтөн ҡотлауҙарға ҡушылып, уға барлыҡ яҡшылыҡтарҙы теләйһе килә, сөнки һуғыш йылдары михнәттәре аша үткән һәр кеше мөхәббәт һәм ихтирамға лайыҡ.
Читайте нас: