САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 18:19

«Блокада икмәге» акцияһы үтте

27 ғинуар – Ленинградты фашистар блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө (1944 йыл). Әлеге дата уңайынан «Еңеү волонтерҙары» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе Үрге Йәркәй ауылы урамдарында «Блокада икмәге» тип аталған Бөтә Рәсәй патриотик акцияһын уҙғарҙы. Иҫтәлекле сараның маҡсаты – Ленинград халҡын аслыҡтан юҡ итеүгә йүнәлдерелгән XX быуат өсөн быға ҡәҙәр күрелмәгән блокада тураһында иҫкә төшөрөү.
Шулай уҡ был көндө волонтерҙар район ветерандар советы менән берлектә блокадала ҡатнашыусы Рәзинә Зәйнетдинова менән осрашты. Ул күҙ йәштәре аша михнәтле, ауыр, ҡурҡыныс йылдар тураһында һөйләне. Ошондой ҡурҡыныс ваҡыттарҙа ла халҡыбыҙ бирешмәгән, Бөйөк Еңеүгә ышанған. Беҙ, йәш быуын был хаҡта бер ҡайсан да оноторға тейеш түгелбеҙ.
Читайте нас: