САРМАНАЙ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 18:25

Ғаилә – ҙур таяныс

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын беренсе тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә күмелеп йәшәгән атанан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтырак мөхит бармы икән дөнъяла? Иләкшиҙе ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Ләбиб Хәбибуллиндар һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле пар. Бер-береһен яратыу, ихтирам итеү, туғанлыҡ хисе көслө улар араһында.
Ғаилә ҙур таяныс, йылы усаҡ, ышаныслы һыйыныр урын булыуын аңлап, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлай, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәй Хәбибуллиндар. Ләбиб Әсхәт улы хеҙмәт юлын М.Гәрәев ис.кооперативта башлай һәм бөгөнгәсә уны лайыҡлы дауам итә. Баштараҡ ул Иләкшиҙе һөтсөлөк фермаһында малсы булһа, хәҙер инде – уңған һауынсы. Ул һөнәрен яратып башҡара. Уҙған йылда төркөмөндә һауыу өсөн 48 баш тана өйрәткән. Тормош иптәше Айгөл дә һауынсы булып эшләп, әлеге көндә декрет ялында.
Хөкүмәт тарафынан хәстәрлек күрелеп, 2017 йылда әсә кеше «Әсә даны» миҙалы менән бүләкләнһә, 2020 йылда 600 мең һум аҡса тапшырыла уларға. Бер-бер артлы донъяға килгән балалары Алһыу, Лиана, Альбина, Ленар, Айһылыу, Айбулат, Луиза, Айнур – ата-әсәләренең ҙур ҡыуанысы һәм бәхете.
Читайте нас: