САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 16:38

Ғәилә ялы күңелле үтте

Күптән түгел Саҡмағош Балалар ижад үҙәгендә “Яңы йыл ығы-ҙығыһы” тип исемләнгән ғәилә ялы сараһы үтте. Уны “Ғәилә” район-ара үҙәгенең Саҡмағош районындағы ғәилә хеҙмәте, муниципаль район хәкимиәтенең мәғәриф бүлеге, Балалар ижад үҙәге, Саҡмағош гимназияһы, беренсе һанлы урта, Тайнаш һәм Яңы Ҡото мәктәптәптәре коллективтары менән берлектә ойошторҙо.

Ял сараһында ҡатнашыусылар Ҡыш Бабай, Ҡарһылыулы тамашала ҡатнашты, шыршы тирәләй әйләнеп йырҙар йырланы, яратҡан әсәй-атайҙарын Яңы йыл менән ҡотлап, теләктәрен еткерҙеләр, байрамға арналған шиғырҙар һөйләнеләр һәм татлы күстәнәстәр алып һөйөндөләр.

Был көндө Ҡыш Бабай майҙансығы ла ойошторолғайны. Балалар унда Яңы йыл тылсымсыһына хаттар яҙып, үтенестәрен еткерә алдылар һәм мөғжиҙәле почта ҡумтаһына һалып, адресатка юлланылар. Бынан тыш, балалар өсөн “Снежинка-балеринкалар”, “Йыл хужаһы” тип исемләнгән һәм аквагрим буйынса оҫталыҡ сәғәттәре лә үткәрелде. Ата-әсәләр өсөн эшләгән психолог майҙансығында “Ғәилә ҡиммәттәре ағасы” һәм “Ғәилә гербы” күнекмәләре ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, уңай хис-тойғолар менән, ойоштороусыларға бындай күңелле лә, файҙалы ла ял өсөн бик тә рәхмәтле булып өйҙәренә таралыштылар.
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: