САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 12:34

Халыҡ-ара конкурстан – призлы урын менән

Балалар ижад үҙәгенең педагог Луиза Федрат ҡыҙы Мифтахова етәкселек иткән “Каприз” стиль һәм мода студияһында шөғөлләнеүсе уҡыусылар өсөн был осор айырыуса уңышлы булды. Күптән түгел коллектив Өфөлә үткән ике ҙур бәйгелә еңеү яулап ҡайтҡан ине. Һәм бына тағы ла шатлыҡлы хәбәр килеп иреште.

8 декабрҙә йәш райондаштарыбыҙ “Наследие” фестиваль үҙәге үткәргән Халыҡ-ара “Зәңгәр Роза” (“Синяя Роза”) фестиваль-конкурсында йәнә үҙ көсөн һынап ҡараны. “Ағиҙелдең кристалл балҡышы” коллекцияһы менән “Модалар театры” номинацияһында сығыш яһап, студияла шөгөлләнеүсе йәш модельерҙар II урынды яулауға иреште һәм шул уҡ дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнде.

Бынан тыш, Балалар ижат үҙәгенең педагог Гөлнара Шәйхәйдәр ҡыҙы Тит етәкселек иткән “Поклонники Терпсихоры” берләшмәһендә бейеү сәнғәте серҙәренә төшөнгән йәш бейеүселәр дә ошо уҡ фестиваль-конкурста ҡатнашып, шатлыҡлы уңышҡа иреште. Сәхнә-халыҡ бейеүе номинацияһында “Шишмә буйында” хореографик номеры менән сығыш яһаған коллективтың башҡарыу оҫталығы призлы урын менән баһаланды. Йәш бейеүселәр ҙә призлы II урынға сыҡты һәм шул уҡ дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнде.

Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында сәнғәт доньяһына тәүге аҙымдарын яһаған уҡыусыларға һәм уларҙың педагогтарына ижади уңыштар һәм яңынан-яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: