САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 12:43

Үлемесле ауырыуҙы киҫәтеү өсөн

1 декабрҙә бөтә донъя СПИД сиренә ҡаршы көрәш көнөн билдәләй. Ошо көнгә арналған “Тормош технологияһы” сараһы сиктәрендә Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре берлектә “СПИД – кешелектең глобаль проблемаһы” тип исемләнгән мәғлүмәт сәғәтен ойошторҙо.

Был сара йәш быуын вәкилдәрен ВИЧ-инфекцияны йоҡтормаҫ өсөн сәләмәт тормош рәүешен алып барыуҙың мөһимлегенә инандырыу маҡсатын ҡуйып үткәрелде. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Л.Арыҫланова был үлемесле ауырыуҙың билдәләре, кешенән-кешегә күсеү юлдары һәм хәүеф төркөмөндә булыусылар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ СПИДтың үҫеш стадиялары һәм уны киҫәтеү ыҫулдары ла тикшерелде.

Сара ахырында уҡыусыларға “Белергә тейешһең!” Дөйөм Рәсәй мәғлүмәт акцияһы социаль анкетаһының бер нисә һорауына яуап бирергә тәҡдим ителде. Ул һорауҙар ҙа ВИЧ/СПИД темаһына ҡағылышлы булды. Быларҙан тыш, сарала ҡатнашыусыларға хәүефле вирус тураһында тулы мәғлүмәт баҫылған иҫкәрмә-белешмәләр ҙә таратылды.
Роза Ғәбделисламова,

Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорто мөҙире.
Читайте нас: