САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 14:14

“Туған телгә йөҙ аҙым”

Өфөләге Ә.-З.Вәлиди исемендәге милли китапханала “Туған телгә йөҙ аҙым” акцияһына старт бирелде. Әлеге проект Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдиме менән үткәрелә һәм балаларҙы, йәштәрҙе әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға, туған телгә ылыҡтырыуҙы, республика яҙыусылары ижадын популярлаштырыуҙы күҙаллай.

Сара сиктәрендә акцияла ҡатнашырга теләгән уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт телендә ижад иткән авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусылар әҫәрҙәре лә бар.

Был акция барышында 18 ноябрҙән 22һенә ҡәҙәр Саҡмағоштағы Балалар моделле китапханаһының китап уҡыусылары өсөн “Башҡорт китабы – милли байлыҡ һаҡсыһы” тип исемләнгән әңгәмә-байҡау үткәрелде. Уның барышында китапханасы балаларҙы “Туған телгә йөҙ аҙым” күргәҙмәһе менән таныштырҙы, унда урын алған китаптар авторҙарының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Әңгәмәлә ҡатнашыусыларға уҡып ишеттереү һәм артабан улар буйынса әңгәмә ҡороу өсөн М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙең йәме”, Д.Бүләковтың “Ғүмер бер генә” әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Сара барышында шулай уҡ М.Кәримдең “Уңдым”, С.Юлаевтың “Ай Уралым, Уралым”, М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк”, Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырҙары ла яңғыраны. Уҡыусылар әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты, улар буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Улар китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап, аларны өйҙәренә уҡырға ла алып ҡайтып киттеләр.
Илһөйәр Ғайсина,

китапханасы.
Читайте нас: