САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь 2019, 13:48

Илшат иҫтәлегенә турнир үтте

Уҙған йылдың йәй айы Илиш телерадиокомпанияһы коллективына ҙур юғалтыу килтерҙе. Ғүмеренең сәскә атҡан мәлендә ғаилә тормошо башлап, беренсе сабыйын ҡулына алып, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәгәндә район халҡы араһында үҙенең яғымлылығы, изге күңеллелеге менән хөрмәт һәм ихтирам яулап өлгөргән оператор Илшат Хәҙимуллиндың йөрәге кинәт тибеүҙән туҡтаны. Илшат Фәрит улы районда, республикала үткән һәр сараның уртаһында ҡайнаны, бер генә тапшырыу ҙа уның тырышлығынан башҡа эфирға сыҡманы. 26 октябрь көндө: уның ғүмер байрамы – тыуған көнө, иҫән булһа, уға 32 йәш тулыр ине. Шул уңайҙан Илештелерадиокомпанияһы муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура, спорт һәм туризм буенча комитеты менән берлектә Илшат Фәрит улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап мәктәп уҡыусылары, йәштәр, өлкәндәр араһында шахмат һәм шашка буйынса турнир уҙғарылды.
Читайте нас: