САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2019, 16:12

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Яңы ҡаҙандар ҡуйыла
Районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың тағын бер объекты яңыртыла. Кушнаренко ауылындағы үҙәк ҡаҙанлыҡты йыһазлау өсөн республика бюджетынан илле млн һумдан күберәк аҡса бүленде. «Өфө газ компанияһы» йәмғиәте августа эшкә кереште.
Ҡаҙанлыҡта иҫкергән йыһаздар алмаштырыла. Беренсе сиратта газда эшләүсе өс яңы ҡаҙан ҡороласаҡ. Улар иҫкеләренән ике тапҡыр ҡеүәтлерәк. Шулай уҡ насостар яңыртыласаҡ. Төҙөүселәр ҡаҙанлыҡтың бинаһын ремонтлау буйынса ла шаҡтай эш башҡарып өлгөргән. Түбәне ремонтлау тамамланып килә, елләтеү һәм йылытыу ҡоролмаларын алмаштырғандар. Оҙаҡламай биҙәкләү эштәренә тотонасаҡтар.
Ҡаҙанлыҡ коллективы үҙ көсө менән дүрт ҡаҙанды һүтеп алған. Бик ҙур һәм ауыр булғанлыҡтан, уларҙы сығарыу һәм яңыларҙы индереү өсөн стенаның бер өлөшөн һүтеп торорға тура килгән.
Объектта көн һайын егермеләп кеше эшләй. Ҡаҙанлыҡтың иҙәндәрен, насостар өсөн пьедесталдарҙы бетонлағандар. Яңы өс ҡаҙан урынлаштырылған. Хәҙер уларҙы нығытыу һәм көйләү менән шөғөлләнәләр.
Быйыл йылытыу сезоны 23 сентябрҙә башланды. Торлаҡ йорттарға һәм учреждениеларға йылы биреү өсөн ике ҡаҙан ҡалдырылған.

– Ҡаҙанлыҡты яңыртыу буйынса эштәр йылытыу сезоны режимына ҡамасауламай. Булғандары кәрәкле температураны тота.
Эштәрҙе декабрь башына тамамларға планлаштырабыҙ, – ти «Йылылыҡ селтәре участогы» начальнигы
Александр Свиридов.
Читайте нас: