САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 11:32

Дуҫлыҡ күперҙәре өҙөлмәһен

Күптән түгел районыбыҙҙа күрше Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар – Мөслим һәм Аҡтаныш райондарының башланғыс синыф уҡытыусылары булып китте. Улар “Заман мәктәбе” дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыу шарттарында Саҡмағош ауылының белем биреү учреждениелары эшсәнлеге” тип исемләнгән төбәк-ара семинар-практикумы сиктәрендә Саҡмағош гимназияһында һәм беренсе һанлы урта мәктәптә булды, асыҡ дәреҫтәр һәм мастер-классларда ҡатнашты, республика программалары сиктәрендә булдырылған “Взлетай” мәғәриф проекты һәм “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле үҙәктәр эшсәнлеге менән таныштылар.

Районыбыҙ ҡунаҡтарының Саҡмағошҡа сәйәхәте ике мәктәп менән генә сикләнмәне әле, арытабан улар 4-нсе балалар баҡсасына һәм өҫтө ябыулы “Саҡмағош-Арена” боҙ һырғалағына ла барҙылар.

Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: