Бәйкәй ауылында йәшәүсе Нәғирә Ситдикова туҡһан йәшлек оло юбилейын билдәләне. 2000 йылда сит төбәккә килгәс, яҙмыш мине нәҡ уның менән осраштырҙы. Йәш айырмаһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ул беренсе таянысым, яҡшы дуҫыма әүерелде. Ҡасандыр эше, кәңәше менән ярҙам иткән танышымдың юбилейына ҙур теләк менән юл алдым.
Ул Благовар районы Ҡыҙыл Шар ауылында ишле ғаиләлә тыуган. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынын михнәттәрен туғандары, ауылдыштары менән бергә үткәреп ебәрә. Үҫмер ҡыҙ өлкәндәр менән бер сафта эшләй. Уны һәм йәштәштәрен Балаҡатай районына утын әҙерләргә лә ебәрәләр.
–Ҡул эше, ауыр шарттар ҙа – быларҙың һәммәһенә нисек түҙгәнбеҙҙер, әле лә аңламайым. Балта менән сабып ҡырҡып ағас йыҡтыҡ. Төн эсендә йүнләп ял итергә, кейемдәрҙе киптерергә лә өлгөрмәй инек, – тип хәтирәләр сылбырын барланы юбиляр.
Һуғыш йылдары ауырлыҡтары был быуын вәкилдәренең ихтыярын һындыра алмай, киреһенсә, тормоштоң һәр иртәһен, һәр көндөн ҡәҙерең белергә өйрәтә.
1956 йылда Нәғирәне Бәйкәй ауылы егете Фәрит Ситдиков кейәүгә һорап килә. Төҙ буйлы, шаян һүҙле һәм эшһөйәр икәнен белгәнгә, ҡыҙ оҙаҡ уйламай риҙалығын бирә. Улар илле бәхетле йылды ҡулға ҡул тотоношоп үтәләр, алты балаға ғүмер бүләк итеп тәрбиәләп үҫтерәләр.
Нәғирә Ситдикованың ғүмере хеҙмәттә үтә. Балаларын аяҡҡа баҫтырыу хаҡына улар бәхете өсөн үҙен аямай, үҙе тураһында уйламайынса эшләй. Ҡыҙҙары һәм улдары бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлеләр.
–Асыҡ йөҙлө, киң күңелле, һәр ваҡыт эш йәки кәңәш менән ярҙам итергә әҙер тора ул. Тормошобоҙҙа унан да изгерәк затты осратманыҡ. Баласағыбыҙҙа йортобыҙ утын менән йылытыла ине, шуға ҡарамаҫтан беҙ бер ҡасан да һыуыҡ өйҙә уянманыҡ. Күңелебеҙҙә лә, йортобоҙҙа ла һәр саҡ йылы, өҫтәлебеҙҙә әҙер ризыҡ булды. Балаға күп кәрәкмени? Бынан тыш ул колхозда ла ал-ял белмәй эшләне. Алдынғы сөгөлдөрсө ине, – тиҙәр уның тураһында балалары.
Нәғирә әбей ауыр хеҙмәтенә бер ҡасан да зарланмай, эшен яратып башҡара. Бынан тыш йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, үҙ фекерен әйтергә лә ҡуркмай, башҡаларға ла ярҙам итә.
Юбилей көнөндә уны район ветерандар советы рәисе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Ғәлимов һәм Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе башлығы Фларит Ғирфанов та тәбрикләне.
–Ситдиковтар яҡшы балалар тәрбиәләнеләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, йорттары бар, балалар һәм ейәндәр үҫтерәләр. Барлыҡ ауылдаштар исеменән Нәғирә әбейҙе оло юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, балаларын һәм ейәндәрен һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ, – тине ауыл биләмәһе башлығы.
Нәғирә әбейҙең ихласлығы күҙҙәрендә сағыла. Әйтерһен дә ул һинең күңелеңә үтеп инә, әйткән һәр һүҙенде ҡыҙыҡһынып тыңлай. Шуға ла ул яҡшы әңгәмәләш, уның менән күп нимәләр тураһында һөйләштек.
Яҙмам геройы яҙмышҡа зарланмай ғына йәшәгән ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Бөгөн дә йәшенә һәм ауырыуҙарға бирешмәҫкә тырыша. Балаларының һәр береһе үҙенә йәшәргә саҡырһа ла, үҙ йортонда ғүмер кисерә. Хәйер, уларҙың ярҙамынан башҡа ауырға тура килә. Тик шулай ҙа юбилярға ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел: үҙе ашарға әҙерләй, үҙен-үҙе ҡарай, ә иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр ваҡыт ҡунаҡсыл һәм аралашыусан булып ҡала.
Тормошта сыныҡҡан, рухи нығыған Нәғирә әбейҙең йөҙ йәшлек юбилейында ла тағын осрашырбыҙ әле, тип ышанабыҙ.