САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2019, 13:31

Ильвира – иң әүҙем ирекмән

Районда һанлы телевидение тапшырыуҙарын ҡарауға күсеү уңышлы дауам итә: волонтерҙар был хаҡта үтенес менән мөрәжәғәт иткән өлкәндәрҙең йортона барып, приставҡа-ҡушылмаларҙы көйләй, каналдарҙы табып биреп, пульт менән эш итәргә өйрәтә. Кисәге көн дә Саҡмағош ауыл Советының йәштәр эштәре буйынса белгесе, был көндәрҙә иң күп райондаштарыбыҙға ярҙам итергә өлгөргән әүҙем ирекмән Ильвира Шәйнурова өсөн һөҙөмтәле булды. Ул Трактор урамында йәшәүсе Зәнфирә апай Әғҙамованың, Коммунистическая урамында ғүмер итеүсе Гөлзирә апай Кәримованың йорт-фатирҙарына барып, 20 бушлай күрһәтеүсе каналды табып-көйләп бирҙе. Өлкәндәр Ильвираға ярҙамы өсөн бик рәхмәтле.


Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: