САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2019, 13:28

Иҫке Бәшир мәктәбендә – “Этношәмбе”

Билдәле булуынса, быйылғы уҡыу йылынан төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән республиканың бөтә мәктәптәре лә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Дәрестәрҙән бушап ҡалған шәмбе көндәрендә төрлө темаларға арналған күләмле саралар үткәрелә. Үткән шәмбе район мәктәптәрендә “Этношәмбе” билдәһе менән үтте.

Был сара – төбәктә йәшәүсе милләт вәкилдәренең мәҙәниәте, этнографияһына арналған фестиваль. Уның программаһы – төрлө мәҙәни һәм социаль күренештәрҙең берҙәм булып ҡушылыуы.

Иҫке Бәшир урта мәктәбе күпмилләтле булуы менән айырылып тора. Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә 6 милләт вәкилдәре булған малайҙар-ҡыҙҙар белем ала. Был сарала һәр халыҡтың көй-моңдары яңғыраны, һәр кем үҙ тыуған телендә шиғыр уҡый, йыр яңғырата, ҡыҙыҡлы тарихты һөйләй һәм үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен тасуирлай алды. Дәртле һәм күңелдәрҙе арбай торған башҡорт, татар, езид бейеүҙәре онотолмаҫ байрам мөхитен булдырҙы һәм тамашасыларға бик күп уңай тәьсораттар бүләк итте.
Рәйлә Маҡулова,

Иҫке Бәшир урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: