САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2019, 13:02

Ялған “волонтерҙар”ҙан һаҡ булығыҙ!

14 октябрҙә бөтә республикала аналог телевидениеһы һүндерелде. Был яңылыҡ беренсе сиратта кабель операторҙары абоненттары булмаған кешеләргә, аныҡлап әйткәндә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтың 15, күп тигәндә 20 процентына ҡағылды. Кабель телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡараусылар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәне. Республикала кабелле эфир сигналы булмаған бер нисә тораҡ пункт бар, уларҙа йәшәүселәр юлдаш йыһаҙҙарын һатып алып, телетапшырыуҙар ҡарай ала.

Төбәктә был йыһаҙҙар менән тәьмин итә ала торған бер нисә оператор бар. Һанлы ҡушымталарҙың хаҡы — 1 мең һумға ҡәҙәр. Уларҙы көнкүреш техникаһы һатылған бөтә сауҙа нөктәләренән алып була. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы бүлексәһе аша заказ биреп ҡайтартырға ла мөмкин.

Приставкаларҙы йорттарға тоташтырыуҙа волонтерҙар ярҙам итә ала. Улар ғариҙа яҙғанан һуң бер тәүлек эсендә килә.

“Әгәр һеҙ тейешле үҙәккә шалтыратмағанһығыҙ, ә волонтер үҙе килгән икән, тимәк, ул мошенник булырға мөмкин, – тип киҫәтә “Республика волонтерлыҡ үҙәге” ойошмаһы белгесе Илья Артамонов. – Тағы шуныһы ла бар: волонтерҙар ярҙамлашҡаны өсөн аҡса алмай, приставка-ҡушымталар һатмай, уларҙы тоташтырыуҙа ғына ярҙам итә”.
Читайте нас: