САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 14:22

Өлкәндәргә ярҙам итеп

Тоташ республика яңы, һанлы форматта эш башлаусы телетапшырыуҙарға күскән был көндәрҙә өлкән йәштәгеләргә йәки был хаҡта үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәргә телевизор һәм 20 бушлай каналды ҡабул итеүсе махсус приставка-антеннаны көйләргә ярҙам итеү маҡһатында районда 61 волонтер әҙерләнгән.

Ильвира Шәйнурова – ярҙамға килеүсе волонтерҙарҙың иң әүҙемдәренең береһе. Ул Саҡмағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хәкимиәтендә йәштәр эштәре буйынса 1нсе категориялы белгес вазифаһында эшләй. Был көндәрҙә Ильвира Йәүҙәт ҡыҙының эше айырыуса күп. Тоташ республика һанлы телевидение тапшырыуҙарын ҡарауға күскән тәүге көндәрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе өлкәндәр байтаҡ. Көнөнә бер нисә йортҡа барып, махсус ҡушымта-приставканы көйләп, тейешле каналдарҙы табырға ярҙам итә, өлкән йәштәге апа-абыйҙарҙы пультны ҡулланырга өйрәтеп ҡайта ул. Кисә, мәсәлән, тәүҙә район үҙәгенең Кооператив урамында ғүмер итеүсе Рәҡиә апай Ғәлләмованың өйөнә барҙы. Апайҙың йортонда приставканы ҡушып һәм 20 түләүһеҙ каналды табып, улар буйынса тапшырыуҙарҙы яңы, сифатлы форматта ҡарау мөмкинлеген бүләк итеп, һөйөндөрөп ҡайтты Ильвира.

Улай һына ла түгел, ярҙамсыһы, волонтер Фларит Сәлимов менән Нариман авылында йәшәүсе Лиза апай Асылгәрәеваның йортона да барып өлгөрҙө Ильвира был көндө.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: