САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2019, 12:01

Яңы торлаҡлы булдылар

Республика көнө уңайынан районыбыҙҙа тантаналы саралар байтаҡ булды. 10 октябрҙә юғары даирә етәкселәре ҡатнашлығында ике социаль объект файҙаланыуға тапшырылды. Район үҙәгенең Аҙатлыҡ урамында урынлашҡан 36 фатирлы йорттоң алты фатиры етем балаларға тәғәйенләнгән. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды директорының беренсе урынбаҫары В.В.Расейкин муниципалитетҡа был фатирҙарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала райондың социаль-иҡтисади өлкәләрендәге төрлө ойошма-предприятиеларында эшләүсе ғәиләләр ағзалары ла өр-яңы фатир асҡыстарын алып шатланды. Район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев әлеге Фонд вәкилдәренә сифатлы башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: