САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2019, 16:50

Төбәк программаһы сиктәрендә

Ағымдағы йылда Башҡортостанда бер юлы бернисә мөһим төбәк программаһы эшләй башланы. Уларҙын береһе – йорт алды территорияларын комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙаллаған “Башҡорт ихталары” программаһы.

Был программа ғәмәлгә ашырылып, кешеләр уның реаль файҙаһын күрә лә башланы инде. Беҙҙең Иҫке Ҡалмаш ауылындағы поселок-ҡасабала ошо проект сиктәрендә күләмле эштәр башҡарылды. Республика көнөнә арналған ҙур байрам алдынан яңыртылған йорт алды территорияһы һәм балалар майҙансығы тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Аны асыу сараһында ауыл Советы ауыл биләмәһе хәкимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Ауылдаштарҙы байрам менән ҡотларға биләмәнең хәкимиәт башлығы А.А.Еникеев та килде. Ул яңы майҙансыҡтарҙа заманса йыһаҙҙар урынлаштырылуы, майҙансыҡтарҙың өҫлөгө хәүефһеҙ япма менән көпләнеүе һәм яҡтыртҡыс уттар көйләнеүе тураһында һөйләне. Икенсе төрлө әйткәндә, ата-әсәләрҙең майҙансыҡта уйнаған балалар өсөн күңеле тыныс була ала.

Сара унда ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Ауылдаштар ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡайтыш булмаған был заман уңайлығынан рәхәтләнеп файҙаланһын, булдырылғандарҙың ҡәҙерен белеп, урынлаштырылған йыһаҙҙарға һаҡсыл ҡарашта булһын ине, тип теләйһе генә ҡала.

Зөлфиә Сәбғиәнова,

Иҫке Ҡалмаш ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы.
Читайте нас: