САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2019, 12:53

Өсөнсө урын алдыҡ

Шишмә ҡасабаһында ун ике йәшлек һәм кесерәк малайҙар араһында баскетбол буйынса республика беренселеге үтте. Унда Башҡортостан район һәм ҡалаларҙан ете команда ҡатнашты.
Һәр уйын ҙур көсөргәнешлек менән барҙы, кемдең көслөрәк, кемдең йомшағыраҡ икәнен билдәләү ҙә мөмкин булманы. Шулай ҙа Өфө ҡалаһы командаһы баскетболсылары оҫтараҡ булып сыҡты.
Беҙҙең йәш баскетболсыларыбыҙ Благовещен ҡалаһы һәм Хәйбулла районы командаларын еңеп, маҡтау педьесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: