САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2019, 13:19

Подъездар күркәмләнә

Кушнаренко ауылында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырылыусы «Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау» программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уның сиктәрендә дүрт йортта һигеҙ подъезд танымаҫлыҡ булып күркәмләнде.
Күптән түгел Октябрь урамы, 74 адресы буйынса ремонтланған подъездарҙы тапшырыу тантанаһы булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Таһир Ирғәлиев һәм райондың Маҡтаулы гражданины, ошо йорттоң торлаҡ эйәләре ширҡәте секретары Мөнирә Шәйбәкова ал таҫманы киҫте.
Төҙөүселәр бригадаһы бында ҙур эш башҡарған: ағас ишектәрҙе тимергә алыштырғандар, баҫҡыс майҙансыҡтарын һәм ҡултыҡсаларҙы ремонтлағандар, хәрәкәт датчиктары булған яҡтыртҡыстар ҡуйғандар.
Бында йәшәүселәр бындай үҙгәрештәргә бик шатланды.
– Ремонттың сифаты яҡшы. Подъезд яҡтырып һәм иркенәйеп киткән кеүек булды. Йортҡа килеп инеүе лә күңелле,– ти улар.


Читайте нас: