САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2019, 12:36

Баласаҡ илендә ҙур байрам

Республика байрамы алдынан “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә райондың Йомаш ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды. Был тантанала муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Ямалеев, БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов, РБ мәғәриф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Рамил Сафин, төҙөүсө ойошма етәксеһе, “Блэк” йәмғиәте директоры Тимур Вилданов, республика Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды директорының беренсе урынбаҫары Виктор Расейкин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Вадим Соколов һәм Ирек Усманов, район хәкимиәте башлығының урынбаҫарҙары, Йомаш ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Рәмилә Сәлимгәрәева ҡатнашты.

“Маленькая страна” тип исемләнгән балалар баҡсаһы ғәмәлдә бик тә ҙур һәм иркен бинала урынлашҡан. Бында бөтә кәрәкле йыһаҙҙар ҡайтарылған, сабыйҙар өсөн бик тә яҡшы шарттар булдырылған. Заманса йыһазландырылған балалар баҡсаһы 95 балаға иҫәпләнгән. Унда 18 хеҙмәткәр эшләйәсәк. Район тормошондағы был мөһим ваҡиға балалар баҡсаһына сиратты ҡыҫҡартыу кеүек социаль мәсьәләне хәл итеүгә ярҙамлашасаҡ.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: