Һәр кем тәрбиәсе була алмай
"Шишмәкәй" балалар баҡсаһының юғары категориялы педагогы Светлана Платонова кеүектәр алда һанаған сифаттарҙың барыһына ла эйе. Һөнәрендә ике тиҫтәнән артыҡ йыл хеҙмәт һалған тәрбиәсе урта һәм өлкән төркөмдәр менән эшләй.
Бала күңелен емерергә һис ярамай, киреһенсә, асылырға ярҙам итергә кәрәк. Светлана Платонованың һәр аҙымы ана шуға юнәлтелгән дә инде.
Светлана Леонидовна балаларнын һәммәһенә улар күҙлегенән ҡарап фекер йөрөтә белә. Шунан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү таба. Уларҙы нисек бар, шул килеш ярата, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү, кәрәк икән маҡтай, бүләкләй, хуплай, улар тирәһендә ынғай атмосфера тыуҙыра. Шуға ла төркөмгә ҡасан ғына инмә, ҡыҙҙар һәм малайҙар тәрбиәсе менән берлектә һәр ваҡыт нимә менән булһа ла мәшғүл, тәрбиәсе апалары янында мәш киләләр.
Һәр баланың мөмкинлектәренә ышанырға, уға тәбиғәттән бирелгән яҡшы сифаттарҙы асырға ымтылған тәрбиәсебеҙҙән беҙ, һис шикһеҙ, уңдыҡ. Һәр кем тәрбиәсе була алмай. Балалар баҡсаһында нәҡ беҙҙен тәрбиәсе кеүек заттар ғына бындай юғарынан бирелгән йөкләмәне башҡарып сыға ала. Ундайҙар бар булмышы менән эшенә бирелгән, балалар баҡсаһы һәм балалар тормошо менән йәшәй. Светлана Леонидовнаға иһә алдағы көндәрҙә лә белемгә ымтылыусы, зирәк һәм ҡыҙыҡһыныусан балалар менән эшләргә яҙһын. Ауыр, ҡатмарлы хеҙмәтендә уңыштар юлдаш булһын!