Ата-олатайҙарҙың аманатын үтәп
- Халыҡта әлмисаҡтан алып бөгөнгәсә ете быуын ата-олатайҙарҙы хөрмәтләү, уларҙың исемдәрен онытмай, хәйер-догала булыу һәм нәҫел шәжәрәһен быуындан-быуынға тапшырып, һаҡлап һәм тулыландырып килеү хәйерхаҡлы ғамәлдәрҙән һаналған.
Күптән түгел Иҫке ҡалмаш ауылында күптәргә үрнәк булырлыҡ мәртәбәле сара үтте. Нәҫел башы 19 быуатта Минзәлә төбәгеннән Иҫке Ҡалмашҡа указлы мулла итеп ебәрелгән Шәрәфетдин Ғәликәй улына барып тоташҡан бер нисә быуын туғандар һөйләшеп-берләшеп олатайҙары ерләнгән ауыл зиратында йыйылды. Был көндө уның ҡабере тирәһе таҙартылды, иҫке рәшәткәсе тимергә алыштырылды, исеме яҙылған таҡтаташ урынлаштырылды.
Иҫке Ҡалмаш ауылы телгә алынған архив материалдарында тәүге йәмиғ мәсетендә указлы мулла һәм мәҙрәсәлә мөҙәрис булып Шәрәфетдин Ғәликәев эшләй башлауы тураһында мәғлуматтар бар. Уның ғүмер юлы 1780-1855(9) йылдарға тура килә. Бында билдәләнгәндән һуңгы тормошо ошо ауыл менән айырылғыһыҙ бәйле дин әһәленең. Уның нәҫел дауамсылары ошо төбәктә тамырланып, һоҡланырлыҡ итеп йәшәйҙәр. Мәҫәлән, Иҫке Ҡалмаш ауылының Гагарин урамында ғүмер иткән Батыровтар, Фәтиховтар, Ҡорбановтар, Мусиндар, Баһауетдиновтар, Шакировтар – барыһы ла Шәрәфетдин Ғәликәев варистары.
Бында туып-үҫеп республиканың һәм илдең башҡа өлкәләрендә йәшәүсе ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҙыялы, ҙатлы нәҫелдең аҫылына тоғро ҡалып, тугандары, яҡташлары ғорурлығы булып йәшәй. Улар араһында күренекле шәхестәр – табиб, уҡытыусылар, механизаторҙар, хәрбиҙәр, эшҡыуарҙар күп. Уларның һәр ҡайһы тырыш хеҙмәте менән абруй яулаған үҙ затлы нәселенең дауамсылары, берҙәмлектәре, туған йәнле, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер булыуҙары менән һоҡландыралар. 2016 йылда нәҫелдәштәре, туғандары, Өфөлә юғары уҡыу йортонда мөғәллимә булып эшләүсе Резида Флүр кызы Шакированың ауыл тарихы һәм ырыуҙаш-ауылдаштары тураһындағы китабы донъя күргәс, туғандар бергәләп йыйылып, бик матур итеп уның презентацияһында ҡатнаштылар. Ауыл өсөн ҙур байрам булды был сара.
Ә инде Шәрәфетдин олатайҙарын иҫкә алыуға арналған изге эште башҡарыуҙа ошо нәҫел вәкиле – райондың иң хөрмәтле педагогтарының береһе, туған ауылының тарихын өйрәнеп, уны йәш быуынға еткереү өсөн күп көс һалған, оҙак йылдар Иҫке Ҡалмаш мәктәбенә етәкселек иткән хеҙмәт дәүерендә бер нисә быуын укыусыларында туған яҡҡа һөйөү-хөрмәт хистәре тәрбиәләүгә ҙур шәхси өлөшөн индергән Айһылыу Үҙбәк ҡыҙы башлап йөрөүсе булды. Уның тәҡдимен, ғәҙәттәгесә, берҙәм булып ҡабул иттеләр. Изге дини байрам билдәләнгән көндәрдә сит төбәктәгеләр туған яҡтарына ҡайтып, ауылдағылар бергә йыйылып, олатайҙарының иҫтәлеген хөрмәтләделәр. Ауыл имамы Наил хәҙрәттең дә был көндө йыйылыусыларға еткерер һүҙҙәре фәһемле булды, күңелдәргә үтеп инде. Туғандары-нәҫелдәштәре менән ғорурланып, Айһылыу Үҙбәк ҡыҙы: “Шәрәфетдин олатайыбыҙҙың үткән ғүмер юлы, уның тормошо тураһында һәм мәңгелек тыныслыҡ тапҡан, ерләнгән урыны тураһында туғандарымның һәр ҡайһы, хатта иң йәштәре дә мәғлүматлы булыуы һөйөндерә лә, нәҫелебеҙ өсөн, уның киләсәге өсөн ғорурлыҡ хистәре лә уята. Кескәй йәштән нәҫелдәштәргә ҙур хөрмәт рухында тәрбиәләнгән йәштәребеҙ үҙ балаларында ла шундай уҡ хистәр тәрбиәләр, тигән ышаныстамын, туғанлыҡ ептәре арытабан да өҙөлмәҫ, баҡыйлыҡҡа күскән ырыуҙаштарҙың мәңгелек йорто ла тәрбиәләнеп, тәртиптә тотолор, рухтарын туғандар-нәҫелдәштәр доғалары шатландырып торор., Аллаһ тарафынан бүленеп бирелгән һанаулы ғына ғүмер, донъяла нисек йәшәһәң дә, тиҙ генә үтә лә китә. Уны лайыҡлы итеп, туғандар менән бергә, берҙәм булып йәшәү, ата-олатайҙар аманәтен һаҡлау – кешеләргә бирелгән ҙур бәхет”, – ти.
Эйе, туған илеңде, кескәй Ватаның булған туған ауылыңды яратыу тәү сиратта ғаиләнән, буындан-быуынға күсеп килгән күркәм традицияларҙан башлана. Элек-электән ете быуын ата-бабаларын белгән, белмәгәнен эҙләп табып белергә тырышҡан кешеләр ысын шәхес булып танылып, ерҙә бик күптәргә үрнәк булып йәшәгән, ҙыялылығы һәм күркәм эштәре менән һокландырған. Иҫке Ҡалмаш авылынан башланғыс алған Шәрәфетдин нәҫеле лә – туғыҙ буыннан килгән затлылыкны саклап яшәүче нәсел буларак авыл тарихының мәңгелек елъязмасында үз лаеклы урынын алды дип тулы ышаныч белән әйтергә була. - Рәзилә Арыҫланова.