САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 16:19

Сәскәләрҙә – ҡояш сағылышы

Сәскәләр – тәбиғәттең йылмайыуы, уның баһаһыҙ хазинаһы. Сәскәләр беҙҙең тормош-йәшәйешебеҙҙе йәмләй һәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Ғәҙәтттә йылдың тап ошо миҙгелендә, йорт-ихаталарҙа тәрбиәләп үҫтерелгән гөл-сәскәләр бар сағыулығында балҡыған, мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы башланырға аҙ ғына ваҡыт ҡалған осорҙа үткәрелә был тәбиғәт байлығына арналған күркәм байрамдар.

Күптән түгел Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында ла үтте был күркәм сара. Унда матурлыҡ һөйөүсе, үҙ йорт-ерҙәрендә сәскәләр үҫтереп, ихата-ҡураларын гөлдәргә күмеп йәшәүсе ауылдаштар йыйылды. Сара барышында конкурс та ойошторолдо. Унда ике тиҫтәнән артыҡ гөлләмә һәм композициялар тәҡдим ителде. Байрам күңелле, сағыу һәм ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Был көндө ойошторолған күп һанлы конкурс һәм викториналарҙа бөтә ҡунаҡтар ҙа теләп ҡатнашты. Сараны сәскәләр тураһындагы дәртле йырҙары һәм шиғырҙары менән үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары йәмләне.

Сараны алып барыусы китапханасы Рива Исаева “Сәскәләр – Ерҙең күҙҙәре” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе әҙерләгәйне. Унда урын алған китаптар бүлмә гөлдәрен үҫтерергә һәм баҡса-ихаталарҙа күркәм клумбалар һәм гөл түтәлдәре булдырырға өйрәтеп кенә ҡалмай, мауыҡтырғыс сәйәхәткә лә “алып китә”. Был “сәйәхәт”тә китап уҡыусылар сәскәләр тураһында легендалар, уларҙың үҙенсәлектәре, үҫеү урындары, матур гөлләмәләр йыйыу һәм уларҙы бүләк итеү сәнғәте, сәскәләр байрамдары тураһында бик күп мәғлүмәт үҙләштерә ала.

Байрам конкурсына тәҡдим ителгән гөлләмәләрҙең иң матурын һайлап алыу жюри өсөн еңел эш түгел, әлбиттә – уларҙың һәр ҡайһы күҙ яуын алырлыҡ. Шуға ла бәйгелә ҡатнашыусы бөтә гөлләмә-композиция беренсе урынды алырға лайыҡлы тип әйтелде. Шулай ҙа сәскә үҫтереүсе ветеран апайҙар Клара Юнысова, Әминә Ширәева, Флидә Дәүләтшина, Зилә Исхаҡова айырым билдәләнде. Улар өлкән йәштә булһалар ҙа, йорт алды баҡсалары иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр төрлө-төрлө гөл-сәскәләргә күмелеп, ҡараштарҙы алыҫтан уҡ үҙҙәренә йәлеп итеп, балҡып ултыра. Шулай уҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективтары әҙерләп алып килгән сәскә композициялары һоҡланырлыҡ итеп төҙөлгәйне. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.

Рива Исаева,
китапханасы.

Читайте нас: