Ҡабандар, кешеләрҙән һис тә ҡурҡмайынса, урамдар буйлап риҙыҡ эҙләп йөрөгән. Әлбиттә, был күренеш ауыл халҡын ҡурҡыуға һалған. Улар бигерәк тә балалар өсөн хафалана. Ни тиһәң дә, ҡабан – агрессивлығы менән дан ҡаҙанған януар. Ауыл халҡы белдереүенсә, ҡабандар Ишҡар урмансылығынан килгеләгән. Улар унда йыш күренә, ауылға быға ҡәҙәр ҙә килгән булғандар.