САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2019, 17:29

УҢЫШ БУЛҺА, ЙЫР-МОҢ ДА БУЛЫР

Быйылғы август игендәрҙе урып-йыйыу өсөн бик ыңғай ғына килмәне. Баҫыуҙарҙа күкрәп үҫкән бөтә ауыл хужалығы культуралары ла, ҡараштарҙы иркәләп, күкрәп уңһа ла, туҡтауһыҙ яуып тороусы ҡойма ямғырҙар уңышты тиҙ арала һәм юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға форсат бирергә ашыҡмай шул. Саҡмағош районы игенселәре ямғыр туҡтап торған арала комбайндарҙа баҫыуға инеп, ашлыҡ һуҡтырырға мөмкин булған һәр миҙгелде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ынтыла.

Был ҡыҙыу осорҙа дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен баҫыу эшсәндәре генә түгел, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дә индереп ҡалырға тырыша. Бына инде байтаҡ йылдар дауамында район мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” агитбригадаһы ағзалары, хужалыҡтар баҫыуҙарына сығып, механизаторҙар төшкө ашҡа туҡталған сәғәттәрҙә уларҙы мәҙәни ял иттереп, йыр-моң һәм күтәренке кәйеф бүләк итеп, эшкә тағы ла дәртләнебрәк тотоноу рухын бүләк итеп ҡайталар. Агитбригаданың быйылғы тәүге сығышы Ленин исемендәге кооператив баҫыуында ойошторолдо. Уларға хужалыҡ үҙәге булған Яңы Балтас ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Сәнғәт оҫталары барған баҫыуҙа 56 гектар майҙанда арпа сәселгән. Әлеге ваҡытта был майҙандарҙа гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итә.
Сайтҡа Р.Арыҫланова әҙерләне.

Читайте нас: