САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2019, 20:50

Ауыл ерендә йәшәүсе йәш уҡытыусыларға – төбәк етәксеһе гранты

Башҡортостан етәксеһе тарафынан иғлан ителгән бәйгелә өс райондашыбыҙ ҡатнаша

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Ф.Хәбиров Указы нигеҙендә ағымдағы йылдың 1 июленән башлап йыл һайын ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә 100 грант бүлеү планлаштырыла. Был ғәмәл ауыл ерлегендә эшләүсе һәм йәшәүсе йәш педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, уҡытыусы һөнәренең абруйын үҫтереү һәм юғары һөнәри ҡаҙаныштарға ирешеүгә этәргес биреү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Грант ауыл мәктәбендә 2 йылдан да кәмерәк эшләмәгән һәм 35 йәштән өлкәнерәк булмаған уҡытыусыларға конкурс нигеҙендә тапшырыла. Был бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү 1 августа тамамланды. Гранттарға барлығы 196 уҡытыусы дәғүә итә. Уларҙың заявкалары конкурс комиссияһы тарафынан ҡараласаҡ. Тап ошо комиссия еңеүселәрҙе билдәләйәсәк тә инде.

Әлеге конкурста беҙҙең Саҡмағош районынан өс йәш педагог ҡатнаша. Улар – Иҫке Бәшир урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте, Рәжәп урта мәктәбенән башланғыс синыфтар һәм Үрнәк урта мәктәбенән инглиз теле уҡытыусылары.

Уларҙың береһе – Иҫке Бәшир урта мәктәбендә йәш буынды туған тел серҙәренә төшөндөрөп, әсә телендәге әҙәбиәт аша тәрбиә биргән РӘЙЛӘ МАКУЛОВА менән был хаҡта бер ни тиклем әңгәмәләшеп алдыҡ. Ул “Игенсе” гәзите менән дә даими бәйләнештә тора. Ауылдың йәмәғәт тормошонда да “ҡайнап” йәшәүсе, әүҙем тормош позицияһында тороусы һәм һөнәри камиллыҡҡа ынтылыусы йәш педагог беҙгә былай тине: “Һуңгы ваҡытта республика етәкселеге тарафынан мәғәриф системаһын артабан да камиллаштырыу, уҡытыусыларҙың һөнәри абруйын арттырыуға ҡағылышлы байтаҡ саралар планлаштырылыуы һәм уңай үҙгәрештәр булыуы һөйөндөрә. Айырыуса ауыл еренә ҡайтып эш башлаучы йәштәр тураһында дәүләт кимәлендә хәстәрлек күргән республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улына һәм төбәк Хөкүмәтенә барлыҡ уҡытыусылар да рәхмәтлелер, тип уйлайым. Мин был бәйгелә үҙ көсөмдө һынап ҡарау маҡсаты менән ҡатнашам. Республиканың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт һалыусы коллегаларымдың тәжрибәһен өйрәнеү һөнәри оҫталыҡты үҫтереү, эшемде артабан тағы ла камиллаштырып, яҡшыраҡ дауам итергә этәргес булыр, тип уйлайым”.
Читайте нас: