САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2019, 17:15

Һөйөнсө: хеҙмәттәшебеҙ – еңеүселәр исемлегендә!

Ошо көндәрҙә редакциябыҙға электрон почта аша шатлыҡлы хәбәр килеп иреште – хеҙмәттәшебеҙ, Саҡмағош районының “Игенсе” гәзите уҡыусыларының яратҡан авторҙарының береһе, ауыл хужалығы тармағында барған барлыҡ яңылыҡтарҙы райондаштарға бөтә тулылығында еткереп барыусы журналист ГӨЛҮСӘ СӘМИҒУЛЛА ҠЫҘЫ ФӘРҮӘЖЕВА Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән республика күләмендәге “ОБЪЕКТИВТА – СӘСЕҮ БАРЫШЫ” фотоһүрәттәр конкурсында ҡатнашып, ҙур уңышҡа иреште. Иртәгә, 26 июлдә, ул 12 еңеүсе менән бергә Ғафури районында үтәсәк зона “Баҫыу көнө”ндә еңеүсе һәм призерҙарҙы хөрмәтләү тантанаһында оло бүләк ҡабул итәсәк.

Шуныһын да билдәләп үтеү артыҡ булмас – был хеҙмәттәшебеҙҙең беренсе генә еңеүе түгел. Үткән йылда ошо уҡ ведомство иғлан иткән республика конкурсында ла ул призерҙар исемлегендә булып, Ауыл хужалығы министрлыгының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Хеҙмәттәшебезгә артабан да ижади уңыштар, ҡәләменең бөгөнгөләй үткен булыуын һәм гәзит уҡыусыларыбыҙҙы яңынан-яңы матур, һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек йылы итеп яҙылған мәҡәләләре менән һөйөндөрөп тороуын теләйбеҙ.
Читайте нас: