САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль 2019, 21:13

ТӨРКИӘГӘ САҠЫРЫУ АЛДЫЛАР

Гөлзиә Ситдиҡова


1-10 июль көндәрендә Саҡмағош Балалар сәнғәт мәктәбенең “Дуҫлыҡ” фольклор-хореография ансамбле Халыҡ-ара “Джангуль” театр һәм тамашаларҙың инклюзив фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Ул Ҡырым Республикаһы Черноморск районындағы Межводное район үҙәгендә ойошторолдо. Төрлө кимәлдәге күп һанлы бәйге-конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты исемдәрен яулаған әлеге бейеү коллективы был мәртәбәле конкурста ла һынатманы. “Башҡорт сувениры” бейеүен башҡарған йәш артистарыбыҙ “Хореография. Хореографическая картинка” һәм “Лучшая постановка народного танца” номинацияларында еңеү яулап, 1 дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Бынан тыш, мари бейеүе менән “Лучший соло-исполнитель” номинацияһында сығыш яһаған Илдар Мофаззалов һәм йәш райондаштарыбыҙ тәҡдим иткән “Парлы бейеү” татар бейеүе шулай уҡ еңеүсе булды. Уларға ла 1 дәрәжә Диплом тапшырылды. “Хореография. Народный танец. Дуэт” номинацияһына ҡараған Камилла Заһиҙуллина һәм Лидия Сәйетгәрәеваның “Шаян ҡыҙҙар” бейеүе 2 дәрәжә Диплом менән баһаланды.

Был инклюзив фестивалдә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн “Дуҫлыҡ” ансамбле етәксеһе Эльза Әхмәт ҡыҙы Сәйетгәрәева Ҡырым Республикаһының Черноморск районы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ансамбль коллективының юғары әҙерлек һәм һөнәри оҫталыҡ кимәлен, ҡатнашыусыларҙың тәртипле булыуын һәм уның етәкселәренең яуаплылығын иҫәпкә алып, “Дуҫлыҡ” ансамбле 2020 йылдың май айында Төркиәнең башҡалаһы Стамбулда үтәсәк төрки халыҡтарҙың 24-се Халыҡ-ара балалар фестивалендә ҡатнашырға саҡырылды.
Читайте нас: