САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2019, 13:34

Тоғролоҡта һәм мөхәббәттә – илле алты йыл

Иштирәк ауылында ғүмер кисереүсе Рузилә һәм Камил Фәтхетдиновтар, Бөрө ҡалаһында уҙған Ғаилә фестивалендә ҡатнашып, "Тоғролоҡ һәм мөхәббәт өсөн" миҙалына эйә булды һәм улар бүләкләнеүселәр араһында иң өлкән пар ине.
Фәтхетдиновтарҙың тормош тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар икеһе лә - ауыл кешеләре, шуға ла бар булмышы менән ер кешеләре. Ә ер уңгандарҙы ярата! Камил Хөснулла улы ваҡытында комсомол секретары, профком рәйесе лә булған. Әммә төп хеҙмәте - тракторсы-комбайнсы. Иртә таңдан ҡараңғы төнгәсә ер һөргән, иген иккән. Тормош иптәшен өйҙә хөрмәт һәм хәстәрлек менән ҡаршы алыусы Рузилә Миңнегәрәй ҡыҙының да һәр таңы хеҙмәттә ата: 40 йыл буйына колхозда һыйыр һауа, башҡа эштәрҙә ҡатнаша. Әммә ғаиләһенә йөрәк йылыһы һәр ваҡыт етә уның.
Шундай күркәм, берҙәм ғаиләлә игелекле балалар үҫә. Улар барыһы ла тормошта үҙ юлын таба, матур донъя ҡора. Фәтхетдиновтарҙың 9 ейәне бар, улар ҙа яҡындары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел.
- Беҙ ҡауышҡанда мөхәббәт тураһында һүз ҡуйыртыу юҡ ине, - ти Камил Хөснулла улы. - Беҙ уны тоғролоҡ, бер-береңде ҡайғыртыу, хәстәрләү, барлыҡ хәүефтәрҙән һаҡлау, яҡлау менән аңлаттыҡ. Беҙҙән һуң килеүсе быуындарга ла шундай хистәр теләйһе килә. Ғаиләләрегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡартлыҡта ла беҙҙең кеүек парлы булһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Аҡһаҡалдың ябай ғына итеп аңлатҡан тормош фәлсәфәһе - тәрән, фекере - алтын. Уның хәләленә төбәлгән мөхәббәтле ҡарашынан күңелде яҡтылыҡ биләй.
Читайте нас: