САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2019, 13:47

Балалар һабантуйы

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта Һабантуй уҙҙы.
«Экспресс-займдар» компанияһы сараның иғәнәсеһе булды.
Байрам учреждениеның ҙур футбол майҙанында приютта тәрбиәләнеүселәр тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы менән башланып китте. Шунан һуң ҡояшлы аяҙ күккә шарҙар осорҙолар, һәр кем йәйгә теләктәр теләне.
Балаларҙы дәртләндереп торорға ата-әсәләре, туғандары килде. Барыһы ла ысын Һабантуйҙағыса булды: күңелле эстафета, тоҡ кейеп, ауыҙға йомортҡа һалынған ҡашыҡ ҡабып йүгереү, арҡан тартышыу кеүек һәм башҡа уйындар менән үрелеп барҙы. Һәм, әлбиттә, иң йылғырҙарға, етеҙҙәргә һәм булдыҡлыларға приздар ҡаралғайны. Балалар янына әкиәт геройҙары килде, производствоға өйрәтеү мастеры Раушания Шәрәфетдинованың ижади оҫтаханаһы эшләне, балалар аҡбур менәнн асфальтка һүрәт төшөрҙө.
Балалар иғәнәселәр менән белән бергәләп оҙаҡ футбол уйнаны, аниматорҙар шаян уйын программаһы әҙерләгәйне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ҙур байрам табыны ҡоролдо.
Читайте нас: