САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль 2019, 12:06

Йәш райондаштарыбыҙ – еңеүселәр араһында

Саҡмағош балалар сәнғәт мәктәбенең “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле, республика кимәлендәге “Байыҡ” башҡорт бейеүе телевизион конкурсында ҡатнашып, был мәртәбәле бәйгенең лауреаттары булды.
Шуныһын да билдәләп үтеү артыҡ булмас, мәртәбәле был бәйгенең һайлап алыу турында республиканың төрлө төбәктәренән 140 коллектив ҡатнашҡан. Саҡмағош сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы-педагог Эльза Сәйетгәрәева етәкселегендә бейеү һәм сәхнәлә үҙеңде тотоу серҙәрен үҙләштергән йәш райондаштарыбыҙ бейеү ярышының гала-концертында ҡатнашырга лайыҡлы тип табылған 17 коллективтың береһе булыуы ҙур ғорурлыҡ уята. “Дуҫлыҡ” ансамбле коллективы һәм уның етәксеһен сираттағы еңеүҙәре менән котлайбыҙ һәм арытаба ла юғары ижади оҫталыҡ үрҙәрен яулауҙарын теләйбеҙ.
Саҡмағош районы.
Читайте нас: