Семилетка почта бүлексәһе, 26 төрҙәге хеҙмәттәр күрһәтеп, 4000 дән артыҡ кешене хеҙмәтләндерә. Биш кешенән - начальник, оператор һәм өс почтальондан торған коллективты Лариса Вяткина етәкләй. Бында 40 йылға яҡын эшләгән үҙенең ҡәйнәһе Ольга Вяткинаны алыштырып, уның бында килеүенә оҙаҡламай 12 йыл була.