САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль 2019, 16:20

Һәр банкала – йәй тәме

Һәр банкала – йәй тәме
Һәр миҙгел үҙенсә матур булһа ла, йәй бигерәк тә күңелле һәм йыл буйы иҫләп һөйләрлек булып үтеп китә. Хужабикәләрҙең йәйҙең тәмен, йәмен йыл әйләнәһенә ҡалдырырлыҡ мөмкинлеге бар – һүҙ ҡайнатма, кеҫәл әҙерләү хаҡында бара.
Ҡурай еләгенән кеҫәл
4 стакан һыу, 400 г ҡурай еләге, ярты стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы картуф крахмалы.

Ҡурай еләгенең һутын һығып алырға ла фарфор һауытҡа һалып һыуытырға. Һуты алынған еләктең ҡалдығына 3 стакан һыу ҡушырға. Ошо массаға шәкәр ҡушып, ҡайнатып сығарырға ла бер стакан һалҡынса һыу менән буталған крахмал ҡушып ҡуйыртырға.
Кеҫәлде уттан ҡайнап сыҡҡас уҡ алалар ҙа уға еләк һутын өҫтәп бутайҙар. Өҫтәлгә һалҡын һөт йәки ваниль соусы менән бирелә. Шулай уҡ кеҫәлгә 1 г тирәһе лимон кислотаһы өҫтәргә мөмкин.
Ҡурай еләгенән ҡайнатма
1 кг еләк, 1,2 кг шәкәр, саҡ ҡына лимон кислотаһы.

Еләктәрҙе ентекләп һалҡын һыуҙа йыуып, һыуы һарҡып бөткәнгә тиклем тишекле һауытта (иләктә) тоторға. Бынан һуң шәкәр һалырға ла, бер нисә сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк. Һуңынан был массаны һүрән генә утта ҡайнау хәленә еткерергә, ҡайнап торғанда ҡайнатманы һаҡ ҡына, даими бутап торорға. Шәкәр еләктең һутына әкренләп һеңеп, ирергә тейеш. Ә инде ул иреп бөткәндән һуң ҡайнатманы 25 минутҡа уттан кире алып торорға кәрәк, был операция ике тапҡыр ҡабатлана. Бынан һуң ҡайнатманы әҙер булғансы ҡайнатырға була.
Лимон кислотаһы ҡайнатма шәкәрләнмәһен өсөн ул әҙер булып килгәндә генә ҡушыла.
Ер еләгенән кеҫәл
3 стакан һыу, 200 г еләк, ярты стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы картуф крахмалы.

Еләкте таҙартып, йыуып, бер төрлө массаға әүерелгәнсе иҙергә. Ике стакан һыуҙы ҡайнатып, уға шәкәр һәм 1 стакан һалҡын һыуға һалып буталған крахмалды өҫтәргә. Ошо массаны утҡа ҡуйырға һәм ҡайнап сыҡҡас, еләкте ҡушырға ла тиҙ генә бәләкәйерәк һауытҡа һалып һыуытырға.
Бындай кеҫәлде өҫтәлгә һөт йәки һөт өҫтө менән бирергә мөмкин.
Ассорти ҡайнатма
500 г ер еләге, 300 г ҡара ҡарағат, 300 г ҡыҙыл ҡарағат,1 ,2 кг шәкәр.

Һыуҙы эмаль һауытҡа ҡойоп ҡайнатырға һәм уның өҫтөнә еләктәрҙе һалып, тулыһынса йомшарғансы ҡаплап торорға. Эҫе массаны иләк аша үткәреп, ҡайнар сироп менән бутарға. Банкаларға бүлеп һалғас, уларҙы 15 минут самаһы стерилләргә. 40 процентлы шәкәр сиробы ҡайнатыу өсөн 1 кг шәкәргә 1,5 литр һыу алына.
«Йәшлек» гәзитенең архивынан алынды. 2009 йыл.
Читайте нас: