САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль 2019, 17:03

«Башҡорт ихаталары»

«Башҡорт ихаталары» йорт ишегалды территорияларын комплекслы төҙөкләндереү 6 программаһы йылға иҫәпләнгән. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙы республика бюджеты (94 процент), муниципаль берәмлек бюджеты (5 процент) һәм күп фатирлы йорттар хужалары (1 процент) финанслай. 2019 йылда республикала 480 ихата төҙөкләндереләсәк, ә 2024 йылға ҡәҙәр 300 гә яҡын йорт ишегалды территорияләрын төҙөкләндереү планлаштырыла. 2019 йылға керетелгән ихаталар исемлеген - муниципаль берәмлектәр һәм берҙәм исемлекте БР Тораҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайттарынан ҡарарға мөмкин.
Атап әйткәндә, Дүртөйлө ҡалаһындағы Матросов урамындағы 7, 12, 13, 14, 16 нсы йорттар ишегалды территорияларын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барыла. Эштең заказчигы - ҡала хакимиәте, подрядчик - «Арлан юлдарҙы хеҙмәтләндереү идараһы» йәмғиәте. Эш прораб Әнис Ғәлләмов етәкселегендә алып барыла.
Юл эшселәре Айнур Гәрәев һәм Руслан Йыһаншин.
Читайте нас: