САРМАНАЙ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2019, 18:52

Районыбыҙ ғорурлығы улар

  • 8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе дан ғаиләләр хөрмәтләнде. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм уның ғүмер юлдашы Каринэ Хәбирова бер нисә тиҫтә йылдар дауамында тормош юлын иңгә-иң ҡуйып үтеп, тормоштоң бөтә шатлыҡ-ауырлыҡтарын бергә үткәргән һәм йәмғиәтебеҙгә лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән 4 ғаилә парына “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдарын тапшырҙылар. Был көндө йәнә 14 өлгөлө ғаилә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Саҡмағош районының Туҙлыҡыуыш ауылында йәшәүсе Хөснөтдиновтар – Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ҡулынан ошо ҙур бүләкте алған өлөгө ғаиләләрҙең береһе булды.
    Ғаилә башлығы Илфир Лотфрахман улы ошо уҡ ауылда тыуып-үҫеп, бында уҡ мәктәпте тамалағандан һуң урындағы Киров исемендәге колхозда счетовод вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Өс йыл әрме сафтарында Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Благовещен сауҙа-икътисад училищеһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт йылдары дауамында туған ауылындағы колзозда счетовод та, ферма мөдире лә, лаборант та булып эшләй. 2001 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да тыуған “Алға” хуҗалығына яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Оҙаҡ йыллыҡ намыҫлы хезмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Ғаилә усағын һүндермәй тотоусы, ғүмер юлдашына ныҡлы терәк булған Сәриә Зыя ҡыҙы ла тыумышы менән ошо ауылдан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Киров исемендәге колхозда ҡош-ҡорт үҫтереүсе булып эш башлай. Артабан 2-се бригада фермаһында һыйыр һауа. Район ҡулланыусылар ойошмаһында һатыусы булып эшләп алғандан һуң яңынан ферма мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Артабан баҡсала, 2-се бригаданың ашханаһында, колхоз кунаҡханаһында ашнаҡсы ла була. 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның хеҙмәте лә дәүләт тарафынан юғары баһалана – Сәриә Зия ҡыҙы күп һанлы Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм Почет билдәһе йәһе. Татыу, тырыш ғаиләлә ата-әсәһе үрнәгендә эшкә өйрәнеп өс бала ҡанат нығыта. Улар ҡыҙҙары Илмира, Альбина һәм улдары Илнурға яҡшы тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Хәҙер ейән-ейәнсәре лә үҫеп, буй еткерҙе инде.
    Хөснөтдиновтар үҙҙәрен бик бәхетлебеҙ, тиҙәр. Тормоштоң төрлө ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да берҙәй сабырлыҡ менән, тыйнаҡ кисерә улар. “Тормош булғас, төрлөһө булғандыр инде. Ауыр саҡтарҙа түҙеп, бер-береңде тыңлап, хөрмәт итә белеү кәрәк. Минең Илфир тыныс холоҡло. Һүҙгә килешһәк тә, ул беренсе булып һүҙ ҡуша торғайны, бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә үпкә-асыу һаҡлап йөрөмәнек”, – ти Сәриә апай. Ә инде байрам тәьсораттары менән бүлешкәндә, ул: “Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм уның тормош иптәше Каринэ Хәбирова менән осрашыу күңелдәрҙә йылы тәьссирҙәр ҡалдырды”, – ти.
    Хөснөтдиновтар республиканың өлгөлө ғаиләләре йыйылған сараға саҡырылыуҙарына һәм бындай күркәм байрам ойоштороп, уларҙы хөрмәтләгән өсөн республика башлығына, район хакимиәте етәкселегенә, район ара “Ғаилә” үҙәгенә һәм балаларына бик тә рәхмәтле. (ред.)




Читайте нас: