Улар ҡалала йәшәүселәр көн һайын һыуға килгән шишмәнең әйләнә-тирәһен тәртипкә килтерҙе. Шишмә эргәһен бик күп йыйылған сүп-сарҙан таҙартты, ҡороған ҙур ағастарҙы кырҡты, һыу сығанағына төшә торған ике текә баҙманы ремонтланы. Сүп-сарҙы тоҡтарға йыйҙылар һәм полигонга сығарҙылар. Нефть һәм газ сығарыу идараһы етәкселеге автотранспорт менән ярҙам итте, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Әлеге өмәлә Мирсәйет Ғиззәтов, Мидхәт Ғиндуллин, Мөҙәрис Сәмиғуллин, Георгий Тангаев, Марат Рәхмәтуллин, Петр Выдрин һәм беҙ – эш һөйөүсән ҡатын-ҡыҙҙар Нина, Рәйсә, Рима, Венера һәм мин актив ҡатнаштыҡ.