Күптән түгел Эльбрус тауының иң юғары нөктәһенә күтәрелгән яҡташыбыҙ Эльмир Сәғәбиевтың Бәйләнештәр селтәрендәге битендә статус шундай. Уға 46 йәш, ул нефть һәм газ сығарыу идараһында оператор һәм ул бөгөн беҙҙең редакциябыҙҙың ҡунағы.
- Шулай да һеҙ Кабардин-Балҡар һәм Ҡарасай-Сиркәс сигенә нисек барып сыҡтығыҙ?
- Унда мин бик күп йылдар элек күңелемдә яралған электәнге хыялым саҡырыуы буйынса юлландым. Заманында Нәжип Фәрүәжетдиновтың легендар «Аллегро» ансамблендә бейенем, икенсе мәктәпте тамамланым һәм Юрий Архиповта тәрбиәләндем. Беҙ Юрий Владимирович һәм башҡа балалар менән республикабыҙҙың тау йылғалары буйлап йөҙөргә сыға инек. Бына шунда мине бейеклектәр йәлеп итә башланы.
- Планеталағы ете иң бейек тауҙың береһе һеҙҙе нисек ҡаршы алды?
- Беҙҙең төркөмдө юл башында 24 кеше: бөтә Рәсәйҙән егеттәр һәм ҡыҙҙар тәшкил итте, Испаниянан һәм Праганан да барҙар ине. Беренсе көндө беҙ урынлаштыҡ, таныштыҡ. Икенсе көндө иртән диңгеҙ өҫлөгөнән 3000 метр юғарыға - Чегет тауына күтәрелдек, тау һауаһына өйрәнеү өсөн йәйәүләп йөрөнөк, әйләнә-тирәләге матурлыҡты күҙәттек. Өсөнсө көндө Ҡыҙҙар сәс толомо (Девичьи косы) шарлауығы аша үттек, шулай ук климатҡа яраҡлашыу өсөн сәғәт ярымлап Обсерватория янында йөрөнөк, ял иттек. Юғарыла беҙҙе ысын ҡыш көтә ине. Бишенсе көндө иртәнге аштан һуң 4700 метр бейеклеккә - Пастухов ҡаяларына күтәрелдек. Ундай бейеклектә ҡояштан һаҡлай торған күҙлекһеҙ торорға ярамай: күҙ алмаһын яндырырға мөмкин. Йәнә һәр сәғәт ярым һайын тәнеңә, бигерәк тә битеңә ҡояштан һаҡлай торған крем һөртөргә кәрәк. Әлеге сиктән һуң беҙҙең төркөмдәге дүрт кеше тауға менеүҙе дауам итә алманы: уларҙың ҡан баҫымы күтәрелде.
Алтынсы көндө боҙ ҡырҡҡыстар менән эш итеү күнекмәләрен ҡабатланыҡ. Кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләнек, киске сәғәт һигеҙҙә йоҡларға яттыҡ. Болотланы, ҡар яуа башланы. Әммә тауҙарҙа һауа торошо бик тиҙ үҙгәрә. Төнгө сәғәт икелә йоҡонан торҙоҡ, баш осонда аяҙ күк йөҙөн күрҙек һәм штурмға киттек. Йөрәк тулҡынланып типте. Тањ атыуын ҡаршыланыҡ, айҙы оҙаттыҡ. Тауға күтәрелеүе ауыр ине, бер темпта барҙыҡ. Оҙаҡламай испанлылар кирегә боролорға ҡарар итте. Тау башына артылыр алдынан йәнә бер нисә кеше кирегә боролдо. Иң ҡуркынысы кислород етмәүҙән һәм арығанлыҡтан тау ауыруын эләктереү ине. Юғарыға күтәрелгән ваҡытта беҙ куртка аҫтында үҙ йылыбыҙҙа тотҡан һыуҙы даими эстек, сөнки бейектә ҡан насар әйләнә һәм уны ҡыуҙырырға кәрәк. Инструкторҙар (улар һәр дүрт кешегә берәү ине): «Иң мөһиме - тыныслап һулыш алырға, ашыҡмаҫҡа кәрәк», - тип аңлатты.
- Европаның иң бейек нөктәһендә һеҙ ниндәй эмоциялар кисерҙеғеҙ?
- Эмоцияларҙың тулы бер океанын! Улар араһынан иң әһәмиәтлеһе, әлбиттә, ҡыуаныс ине. Эльбрустың көнбайыш - диңғеҙ өҫлөгөнән 5642 метр бейеклектәгее иң юғары нөктәһе булды ул. Беҙҙең төркөм составында 14 кеше ҡалды. Бер-беребеҙҙе бик оҙаҡ ҡотланыҡ, ҡосаҡлаштыҡ, фотоһүрәткә төштөк, беҙғә сертификаттар тапшырҙылар. Шунан һуң тауҙан төштөк. Әлбиттә, ул күпкә еңелерәк бирелде. Аллаға шөкөр, мажараларһыҙ ғына - уңышлы төштөк. Ул минең иң онотолмаҫлыҡ отпусктарымдың береһе булды. Бынан шундай нәтижә яһарға мөмкин: хыял итергә һәм үҙ хыялдарыңды тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.