Йәй – балалар өсөн күңелле миҙгелдәрҙең береһе булһа, шул уҡ ваҡытта күпләп йәрәхәт алыу осоро ла. Илеш районының «Орленок» балаларҙы сәләмәтләндереү лагерында ҙа әлеге ваҡытта 154 ҡыҙ һәм малай ял итә. Бында хәүефһеҙ каникул көндәренә бағышланған сираттағы ғаилә ялы үтте.
Сараны “Ғаилә” БР Төнъяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Илеш районындағы бүлексәһе начальнигы Татьяна Васильева асып, изге теләктәрен юлланы. Балалар өсөн «ЮХХДИ», «Ғәҙәттән тыш хәлдәр», «Полиция», «Сәләмәтлек һаҡлау» майҙансыҡтары ойошторолоп, унда улар махсус автотранспорт һәм кейем формалары, күргәҙмә әсбаптар, эш ҡоралдары менән танышты. Айырыуса сабыйҙарҙа Фори ҡушаматлы овчарка һоҡланыу уятты. Ул кинологтың барлыҡ командаларын һәм шартлатҡыс матдәне эҙләү буйынса биремен еңел генә үтәне.
Район үҙәк дауаханаһының врач-травматолығы һәм ашығыс ярҙам бүлексәһе фельдшеры менән берлектә балалар өсөн төрлө һыныу осраҡтарында беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса тренинг үткәреп, ҡыҙҙар-малайҙар бер-береһенә шиндар һалып ҡараны.
Шулай уҡ сара барышында спорт ярыштары, викториналар, «Балаларҙың урамда, өйҙә, магазинда үҙ-үҙҙәрен хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре», «Юл йөрөү ҡағиҙәләре, балалар травматизмын профилактикалау», «Биналарҙа, һыулыҡтарҙа, урмандарҙа хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» темаларына тематик биремдәр ойошторолдо. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуаптар алды, төрлө мәғлүмәттәр тупланы.