САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2019, 16:42

Ураҡҡа әҙерлекте тиҙләтергә!

Баҫыуҙарҙа уңыш өлгөрә. 2019 йылдың урып-йыйыу эштәре яҡынлаша. Шуға ярашлы, райондың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында һәм крестьян-фермер хужалыҡтарында уға әҙерлек саралары алып барыла - техникалар, ырҙын табаҡтары, ашлыҡ таҙартыу һәм киптереү агрегаттары ремонтлана. Был йәһәттән ашлыҡ урыу комбайндары һәм ер эшкәртеү техникаларының әҙерлеге буйынса М.Горький ис. кооператив базаһында сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Азамат Тимуршин, белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, баш инженерҙары, баш агрономдары ҡатнашты.
Районда тотроҡло етештереүсәнле эшләүсе хужалыҡтарҙың береһе – М.Горький ис кооператив йыл һайын урып-йыйыуға яуаплы ҡараш булдырып, ҙур әҙерлек менән килә. Ағымдағы йылда ла һынатырға иҫәптәре юҡ. Әйтергә кәрәк, ураҡта ҡатнашасаҡ барлыҡ техникалар ике бригаданыҡы ла Ҡаҙыр машина-трактор мастерскойына йыйылып, бер сафҡа теҙелгән ине. Уларҙың барыҙы ла ваҡытында ремонтланып, механизаторҙар менән комплектланған. Бында алты «Нива-Эффект» комбайны баҫыу киңлектәрен иңләргә әҙер. Ҡыр корабтарын тәжрибәле комбайнсылар Тәлғәт Маликов, Рәфил Шәмсиев, Глүс Шәймәрҙанов, Мират Фәтхуллин, Рәсим Гәрәев, Салауат Вәлиуллин хеҙмәтләндерә. Кооператив рәйесе Иршат Ғилфанов билгеләүенсә, хуҗалыҡтың 4700 гектар һөрөнтө ере иҫәпләнеп, шуларҙың 2700 га – бөртөклөләр, йәғни бер комбайнға 450 гектар майҙан тура килә. Кооператив идаралығы һәр ваҡыт техника яңыртыуға ныҡлы иғтибар биреп, ағымдағы йылда бер «ХТЗ150К» тракторы алынып, ул тәжрибәле механизатор Нәжип Сәлиховҡа ышанып тапшырылған. Шулай уҡ ошо көндәр эсендә яңы «Nova-340” комбайны ҡайтырға тейеш. Ике бригаданың Һеңрән һәм Ҡаҙыр ырҙын табаҡтарының складтары таҙартылып, дезинфекция үткәрергә әҙер. «ЗАВ»тарға ремонт үткәрелеп, 400 меңгә яҡын запчасть алынған.
Лира Гәрәева.

Читайте нас: