Ғаилә — ул йорт. Ғаилә — ул ныҡлыҡ, унда мөхәббәт һәм тоғролоҡ, күркәм ғәҙәттәр һәм бай традициялар хөкөм һөрә. Ғаилә — һәр кеше тормошонда иң мөһим һәм күңел йылыһы, йәшәү көсө ала торған урын ул. Тотош ил буйынса ҙурлап билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Саҡмағош балалар моделле китапханаһында «Ғаиләләге именлек – күңелдәге тыныслыҡ" әҙәби-музыкаль программаһы ойошторолдо. Был сараға сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр саҡырылғайны.
Байрам күңелле һәм тату, дуҫтарса атмосферала үтте. Бының өсөн Саҡмағош балалар моделле һәм үҙәк биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре И.Х.Шафиҡова, Э.У.Ғатауллина, Л. Д. Әхмәҙиева, Г.Р. Бикташева һәм "Изгелек территорияһы» коммерциялы булмаған автоном ойошмаһының социаль хеҙмәткәре Р.Г.Вәлиева ҙур көс һалды. Унда саҡырылған ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәләре менән бергә алып барыусының йомаҡтарына яуаптар эҙләнеләр, Аҡсәскә һәм Мәскәй әбейҙең биремдәрен үтәнеләр, “Күңелле зонтик”, “Кем етеҙерәк?”, "Тылһымлы һепертке" уйын-викториналарында айырыуса әүҙем ҡатнаштылар. Бынан тыш, балалар китапханасылар башҡарыуында матур йырҙар һәм шиғырҙар тыңланылар, бейенеләр, «Матур ғаилә — лайыҡлы ил» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе менән таныштылар.
Сара ҡыҙыҡлы мастер-класс менән тамамланды. Унда китапхана ҡунаҡтары һауа шарҙарынан төрлө һындар моделләштерергә өйрәнде. Әгәр быға ҡәҙәр кемдәргәлер һауа шарҙарынан уйынсыҡтар яһау ҙур оҫталыҡ талап итә торған ҡатмарлы эш кеүек тойолһа, «Космик» балалар кинозалы администраторы Эльвина Яхина бының киреһен иҫбатлады. Балалар үҙҙәре твистинг техникаһында ҡыҙыҡлы персонаждар яһарға өйрәнделәр һәм бик күп ыңғай эмоциялар алдылар. Бер кем дә өйҙәреә буш ҡул менән ҡайтып китмәне, һәр бала һауа шарынан үҙ ҡулдары менән яһаған уйынсығын үҙе менән алды.
Ошо яҡты байрам алдынан үткәрелгән был сара унда ҡатнашҡан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн айырыуса мөһим булып, күтәренке кәйеф һәм күңел йылыһы өҫтәгәндер, моғайын.