САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2019, 14:51

ЮЛ КАМЕРАЛАРЫ ҠАЙҘА УРЫНЛАШТЫРЫЛА?

#Федеральная программа

#“Безопасные и качественные дороги”

#Рег.программа

.Ф.Хабиров

Был аҙнала Башҡортстанда федераль юлларҙа 57 яңы юл камераһы урынлаштырылды. Ошо хаҡта 4 июлдә Facebook битендә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, камералар «йәшәргә һәм ел белән уҙышып “осорға” ҡомасаулау» өсөн түгел, ә ҙур юлларҙа кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итү маҡсатында куйыла.

Был һүҙҙәрҙе раслап, Радий Хәбиров 2018 һәм 2019 йылдарҙың беренсе ярты йылдарындағы сағыштырма статистиканы килтерҙе. “Беҙҙә былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда ярты йыл эсендә авариялар 71 осраҡҡа кәмерәк, йәрәхәтләнеүселәр 78 гә һәм һәләк булыусылар 2 кешегә әҙерәк булыуы теркәлгән", — дип яҙҙы республика етәксеһе. Төбәк башлығы 2019 йыл ахырына камераларҙың һанын әлеге 238ҙән 527гә ҡәҙәр арттырыу планлаштырыла, ә бер йылдан улар меңгә яҡын буласаҡ, тип хәбәр итте.

Тоташ республикалағы кеүек, камералар беҙҙең район биләмәһе аша үткән юлдарға ла урынлаштырыла. Улар:

1. Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы автоюлында;

2. Дүртөйлө – Саҡмағош – Бүҙдәк автоюлында;

3. Кушнаренко – Саҡмағош — Баҡалы урау (объездной) автоюлында;

4. Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы автоюлында була.
Читайте нас: