САРМАНАЙ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2019, 11:26

Тәмле һыу һәм илһам сығанағы

Иванай ауылындағы Комсомол урамындағы, ябайыраҡ итеп әйткәндә, районда йәшәүселәргә таныш булған бындағы шишмәнең әйләнә-тирәһендә ял итеү урынын асыу оло байрамға әүерелде, быға яҡшы һауа торошо ла булышлыҡ итте. Йәмәғәт территорияһы «Хәҙерге заман ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелде. Ундағы ҡыҙыл таҫманы район Советы секретары Венера Фәйзиева һәм Тәкәрлек ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Гәрәев ҡырҡты.
Шунан һуң ауылдың «Изге ай» вокалсылары һүҙ алды. Улар татар халҡының ысын кәләш ҡатнашлығындағы «Һыу юлы» йолаһын күрһәтте.
Читайте нас: