САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2019, 10:05

Эшҡыуарлыҡ эшсәнлеген яҡшыртыу маҡсатында


# «Малое и среднее предпринимательство»

#Федеральная программа

#Рег.программа

#«Улучшение условий ведения предпринимательской деятельности»

#«Предпринимательский час»

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә Башҡортостанда «Эшҡыуарлыҡ эшсәнлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу» төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Проект нигеҙендә һәр кесаҙнала көндөң беренсе өлөшөндә муниципалитеттарҙа "Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелә. 4 июлдә муниципаль Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Р. Ф. Ямалеев "Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында сираттағы кәңәшмә уҙғарды. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының милеккә идара итеү комитеты рәйесе – Саҡмағош районы буйынса бүлеге начальнигы Р. Таҡиянузов, Саҡмағош мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры И. Танғатаров, иҡтисад һәм сауҙа бүлеге белгестәре, БР Экология министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Д. Мусин ҡатнашты. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” барышында алдағы кәңәшмәләр йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар тикшерелде.
Читайте нас: